Кулганинский филиал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово
Кулганинский филиал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово

Кулганинский филиал МОБУ СОШ д. Абдулмамбетово

Контактная информация

 

Телефон:  +7 3475531716

E-mail: kulganino.18school@rambler.ru

Школа основана: в 1928 году

Адрес: 453592, РБ, Бурзянский район, д.Кулганино, ул.Шагали Шакман,6.

Заведующий филиала: Якупова Камар Ягафаровна.

 

Учредитель школы: МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово

 

Телефон:  +7 3475533434

E-mail: abdulmambet.18school@rambler.ru

Юридический адрес:  453583, Р.Б. ,  Бурзянский район, д.Абдулмамбетово, ул.С.Мухаметкулова, 21.

Директор: Утябаев Инсур Рамилович.

Официальный сайт: abdulmambetschool.jimdo.com

11.10.2018

Бөгөн Бөрйән районы Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан гөрләп торҙо. Бында ҙур әҙерлек менән мәктәп йәрминкәһе бик күңелле үтте.Нимә генә юҡ бында! Бәрәңге, кәбеҫтә, борос, һуған, һарымһаҡ, помидор, еләк, ҡабаҡ, ағас, сәскә-гөл үҫентеләре... Һөт, ҡамыр ризыҡтарын һанап бөтөрөрлөк тә түгел.  Уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҙә һатыуҙы йәнле алып барҙы. Район халҡы ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек алып, ә һатырға килеүселәр аҡса эшләп ҡыуанды. Майҙанда йәш таланттарҙың йыр-моңо байрамды тағы йәмләне. 

09.10.2018

Бөгөн беҙҙең Ҡолғана ауылында "Ауылда йәрминкә" байрамы гөрләп үтте.йрамдың тәүге өлөшөн уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы художестволы номерҙары биҙәне. 

1-се, 2-се класс уҡыусылары дәртле таҡмаҡтар менән сығыш яһаны, 3-сө, 4-се кластар "Көҙгө әкиәт”те сәхнәләштерҙе, 6-сылар моңло йыр башҡарҙы, 8-селәр ҡыҙыҡлы фокус-тар күрһәтте. Был сығыштар араһында уҡыусылар тапҡыр йомаҡтар систе, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе. 
Кисәнең икенсе өлөшөндә ата-әсәләр менән берлектә әҙерләнгән йәрминкә булды. Ниндәй генә һый-ризыҡ юҡ ине унда – бәлеш-ҡоймаҡ, торттар, баҡсанан йыйылған йәшелсә-емештәр, һөт-ҡаймаҡ... Оҫтабикәләр бәйләгән ҡул эштәре лә бар ине йәрминкәлә. 

05.10.2018

5 октябрь Уҡытыусылар көнөнә бағышланған байрам сараһы үтте. Түбән класс уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙың класын өлкән класс уҡыусылары уҡытты. Уҡытыусылар үҙҙәре мәктәптә уҡыған саҡтарына ҡайтып алдылар. Байрамыбыҙ ҙур концерт менән дауам итте. 

01.10.2018

1 октябрь Ҡолғана ауыл мәктәбендә Ололар көнөнә арналған "Ал сәхрә лә икән был донъя" исемле байрам кисәһе үтте. 

28.09.2018

"Эш бөткәс, уйнарға ярай"-ти, халыҡ мәҡәле. Көҙгө уңышты йыйып алып бөткәс, Ҡолғана мәктәбендә, уңыш байрамы гөрләп үтте. 

01.09.2018

Ҡолғана мәктәбендә бик күңелле, күтәренке рухта ойошторолған дәрәжәлә 1 сентябрь-Белем байрамы үтте.Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 9 синыф уҡыусыһы Вәлиев Азатҡа һәм 1 синыф уҡыусыһы Яҡупова Азалияға бирелде.Бөтә уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе һәм ата-әсәләрҙе, саҡырылған ҡунаҡтарҙы асыҡ синыф сәғәттәренә саҡырҙылар.